Мастер-класс от Джалиля Сулейманова
?Йәлил Сөләймәновтан – оҫталыҡ дәресе
Йәрмәкәйҙәге «Ижади майҙан»да урындағы йәш рәссамдар һәм дизайнерҙар «Һынлы сәнғәт» майҙансығында йыйылды. Уларға оҫталыҡ дәресен Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Йәлил Сөләймәнов үткәрҙе.
Йәлил Әхмәт улы әңгәмәне Башҡортостан һынлы сәнғәтенең тарихынан башланы. Беҙҙең рәсем оҫталары – Рәсәй һынлы сәнғәт академияһы ағзаһы Әхмәт Лотфуллин, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Эрнст Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Камил Ғөбәйҙуллин ил һәм донъя һынлы сәнғәтенә лә өлөш индергән. Был өлкәлә Хәтип Фазылов, Әмир Мәжитов та оло дан яулаған.
Әлбиттә, Йәрмәкәйҙә тыуып үҫкән билдәле рәссам Рәсим Насибуллин тураһында айырым әйтеп үтелде. «Артыш» ижади берләшмәһе ағзаһы булараҡ, ул рәсемдәрендә гел башҡорт халыҡ мотивтарын файҙаланған, илһамды шунан алған.
Оҫталыҡ дәресенең ғәмәли өлөшө башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙың образдарына нигеҙләнде. Бында Йәлил Әхмәт улы ҡәләм менән төшөрөүгә иғтибар бирҙе.
«Графиканы «рәсемдең нигеҙе» тип атарға ла була, сөнки ҡәләм менән төшөрөү буласаҡ рәсемдәрҙең композицияһын билдәләргә мөмкинлек бирә, башҡарыласаҡ эштәрҙең ҡайһы йүнәлештә барасағын билдәләй», — тине Йәлил Сөләймәнов.
Ул оҫталыҡ дәресенең аҙағында Йәрмәкәй сәнғәт мәктәбенә һынлы сәнғәт буйынса китаптар, каталогтар бүләк итте.
_________________
?Мастер-класс от Джалиля Сулейманова
На площадке «Изобразительное искусство» мастер-класс для учеников местных художественных школ провел заслуженный художник Республики Башкортостан, член Союза художников РФ Джалиль Ахметович Сулейманов.
Общение началось с лекции о творчестве выдающихся башкирских художников, внесших вклад в изобразительное искусство Башкортостана, России и мира: академика Российской академии художеств Ахмата Лутфуллина, народного художника СССР Эрнста Саитова. народного художника РБ Камиля Губайдуллина.
Среди современных художников известны имена Расима Насибуллина, Хатипа Фазылова, Амира Мазитова. Рассказал Джалиль Ахметович и о своем становлении как художника и творческих планах.
Отдельного рассказа достоин уроженец Ермекееского района – Расим Мухлисович Насибуллин. Будучи членом творческого объединения «Артыш» он мастерски использовал народные мотивы в современном творчестве.
«Лейтмотивом нашего мастер-класса является тема башкирского народного эпоса «Урал-батыр». Элементы разных художественных техник разберем на примере иллюстрирования различных эпизодов эпоса. В этот раз предпочтение будет отдано графике, работе с карандашом. Графика позволяет «прочувствовать» будущую картину, обозначить основные этапы работы над ней», – сказал Джалиль Ахметович.
В завершение мастер-класса художник от имени Союза художников Башкортостана передал в дар Детской школе искусств села Ермекеево литературу и каталоги картин художников нашей республики.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #башкиры #башҡорттар #рух #мәҙәниәт #мираҫ #ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт #ЕрмекеевскийРайон #ЙәрмәкәйРайоны